“Башҡортостандың иң яҡшы клубы” интернет-конкурсына һөҙөмтә яһалды
БСТ каналының «Телеүҙәк» тапшырыуы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында ауыл мәҙәниәт йорттары араһында конкурс иғлан иткәйне. Һораулама ике этапта: муниципаль этап «Бәйләнештә» селтәрендә, республика этабы БСТ-ның телеграм-каналында үтте. “Башҡортостандың иң яҡшы клубы” интернет-конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто 2 урынға лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә, мәҙәниәт йорто мөдире Римма Шәфиева менән художество етәксеһе Фәрзәнә Ғиззәтуллина Өфөлә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында булып ҡайтты. Тура эфирҙа барған тапшырыуҙа Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто ҡурай, ҡумыҙ менән бүләкләнде.