Юрматы ырыуының XI йыйыны ҡарары
Юрматы ырыуының XI йыйыны
ҠАРАРЫ
Ишембай ҡалаһы 2025 йылдың 13 сентябре
Юрматы ырыуы башҡорттары йыйыны Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендәге үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалай. X «Юрматы» ырыуы йыйыны уҙғандан һуң (апрель 2022 йыл, Стәрлебаш районы) илдә һәм Башҡортостанда ҙур ғына үҙгәрештәр булды. Рәсәй Президенты В.В.Путин етәкселегендә илебеҙ нацизмға ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостанда ла ошо арауыҡта төрлө яҡлап үҫеш, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Иң мөһиме, республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров тарафынан Башҡорт теле, Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы, Милли кейемдәр көндәре иғлан ителде, «Башҡорт аты» фестивален үткәреү төп мәҙәни саралар исемлегенә индерелде, шулай уҡ Башҡорт теле уҡытыусылары съезы үткәрелде. Былар, әлбиттә, киләсәктә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, милли рухыбыҙҙы һаҡлай һәм яҡлай алырлыҡ дәүләт механизмына гарантия барлығын раҫланы.
Юрматы ырыуының тарихи һәм рухи мираҫына, ошо ырыу вәкилдәре йәшәгән район һәм ҡалаларҙың иҡтисади үҫешенә, балаларыбыҙға туған телдә белем биреүгә, йәштәребеҙҙе лайыҡлы һәм дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләүгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандан һуң, Юрматы йыйыны ҡарар итә:
- Бар бәләләр тарихи хәтерҙе юғалтыуҙан, үҙеңде белмәүҙән килә. Һәр милләттәш тарихтағы Еңеүҙәребеҙ хаҡында белергә, шуға ҡарап рухын яңыртырға тейеш. Беренсе бурыс – тарихыңды, шәжәрәңде өйрәнеү аша милли үҙаңыңды уятыу. Беҙҙең көс – тамырҙарыбыҙҙа икәнен онотмайыҡ.
- Туған тел – ул аралашыу теле генә түгел, ул – күңел нуры. Ул – беҙҙең ҡан теле, һәр күҙәнәгебеҙ, булмышыбыҙ теле. Ошоно тойһон һәр атай һәм әсәй. Быны аңламаған атай һәм әсәйҙәр менән аңлатыу эштәрен көсәйтеү маҡсатында саралар ойошторорға. Был бурысты уҡытыусылар иңенә генә һалып ҡалдырмайыҡ, башҡорт теленең “модалы тел”гә әйләнеүендә урындағы Ҡоролтай, “Ағинәйҙәр ҡоро”, “Аҡһаҡалдар ҡоро”, “Ир-егеттәр советы” йәмәғәт ойошмалары ағзаларының да тырышлыҡ һалыуына өлгәшәйек.
- Балаларҙы, йәштәрҙе маҡсатлы йәшәргә, республика яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңеңә алырға өйрәтеү, уларҙың кәрәкле һөнәрҙәр һайлауына өлгәшеү, шулай уҡ уларҙың туған башҡорт телен өйрәнеүенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн төрлө тематик кисәләр, форумдар ойошторорға; башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең, халыҡ педагогикаһының, дини йолаларҙың ролен күрһәтерлек, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтелерлек саралар үткәрергә.
- Сит телдәрҙе һәм закондарҙы яҡшы белгән, иҡтисади, социаль, финанс өлкәһендә белемле, һәр тарафта үҙен компетентлы тойған заман башҡорто имиджы булдырырға саҡырырға;
- Ырыуҙаштар араһында сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандаларға, йәштәрҙе көрәш, традицион йәйәнән уҡ атыу һ.б. милли спорт төрҙәренә ылыҡтырыу сараларын күрергә.
- Ишембай ҡалаһында Юрматы ырыуы музейын булдырырға, яуаплы итеп Ишембай ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайын билдәләргә. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенә музей өсөн бина бүлеү һәм унда эшләү өсөн белгес тәғәйенләү мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алыуҙы һорарға.
- Юрматы ырыуының билдәле шәхестәренә һәйкәлдәр ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн яуаплы итеп Ишембай районы муниципаль районы, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡала округтары хакимиәттәрен билдәләргә:
- Ишембай районында – Ҡармыш бейгә;
- Салауат ҡалаһында – Аҙнай старостаға;
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында – Илсектимер бейгә.
8.Ишембай районы муниципаль районына, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары ҡала округтары хакимиәттәренә, Юрматы ырыуынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында, урамдарға тарихи исемдәр бирергә:
- Ишембай районының Һайран ауылында – Килмәк Нөрөшевҡа;
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында – Аҡсулпановтар нәҫеленә;
- Ишембай ҡалаһында – Ҡарамышевтар нәҫеленә.
9.Юрматы ырыуының сайтын, башҡа башҡорт ырыуҙары менән бер рәттән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтының махсус битләүендә урынлаштырырға, унда ырыуҙың танылған шәхестәренә, тарихына, көнүҙәк проблемаларына ҡағылышлы материалдарҙы даими яңыртып торорға.
10.Юрматы ырыуы вәкилдәре йәшәгән райондарҙа, ҡалаларҙа урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе күтәрмәләргә.
11.Юрматы ырыуының Хәйриә фондын ойоштороу мәсьәләһен ҡарарға.
12.Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысындағы «Атайсал» проектын ҡеүәтләргә. Атайсалыбыҙҙы һаҡлауға, йәнләндереүгә, халҡыбыҙ традицияларын тергеҙеүгә ең һыҙғанған «Ағинәйҙәр ҡоро», “Аҡһаҡалдаро ҡоро”, “Ир-егеттәр советы” кеүек йәмәғәт ойошмалары ағзаларының сараларын “Атайсал” программаһында теркәтеп, уларҙы һөҙөмтәлерәк итеүгә өлгәшергә.
- 2010 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Торатау итәгенә Ырыуҙар ташы ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул ителгәйне, монументаль һәйкәл торасаҡ урынға символик таш та урынлаштырылғайны. Әлегәсә ул проект тормошҡа ашырылмаған. Ырыуҙар ташы һәйкәлен мотлаҡ ҡуйыу хәстәрлеген күрергә.
14.Бик күп проблемаларҙың эшһеҙлек менән бәйле булыуын иҫтә тотоп, милләттәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа, халҡыбыҙҙың традицион кәсептәрен тергеҙеүгә, бының өсөн төрлө дәүләт субсидиялары, гранттар, инвестициялар йәлеп итеүгә әүҙемерәк тотонорға саҡырабыҙ;
- Һәр башҡорт ғаиләһенә – башҡорт китабы, башҡорт гәзит-журналдары, тигәнде алға ҡуйырға, Башҡорт театрҙары, Филармониялары тамашаларына зал тултырып йөрөргә саҡырайыҡ.
16.Рәсәй Президенты Владимир Путин Указындағы, ҡала-райондарҙың тышҡы йөҙө мәҙәни-тарихи мираҫты һәм урында йәшәгән халыҡтың тел суверенитетын, милли үҙенсәлектәрен сағылдырырға тейеш, тигәнде хуплап, сит ил һүҙҙәре менән сыбарланған алтаҡталарҙы тәртипкә килтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйек.
- Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысында “Урал батыр” эпосы көнө булдырылыуын күҙҙә тотоп, халҡыбыҙҙы меңйәшәр халыҡтар рәтенә ҡуйған эпосыбыҙҙы балаларыбыҙ, йәштәребеҙ менән бергә өйрәнер саралар ойошторорға тәҡдим ителә. Ер йөҙөндәге күп халыҡтарҙа бындай эпос юҡ. Шуға күрә, ошо эпосты төрлө яҡлап фәнни өйрәнеү үҙе үк башҡорт фәлсәфәһенең нигеҙен яҙыу буласаҡ.
ОРГКОМИТЕТ.
